Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2023, 13:10

Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн был ете аҙыҡ айырыуса файҙалы

«Йөрәк – беҙҙең организмдағы иң мөһим ағза. Уны борсолоу-хафаланыуҙан һаҡларға, күберәк спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ туҡланыуҙы ла оноторға ярамай. Менюла йөрәк өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек тә булырға тейеш», – ти табип-кардиолог Юрий Пикша. Ул мотлаҡ аш-һыу бүлмәһендә булырға тейеш ете аҙыҡ-түлекте лә атаны.

Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн был  ете аҙыҡ айырыуса файҙалы
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн был ете аҙыҡ айырыуса файҙалы

Сәтләүектәр. Баҙам, арахис, грек сәтләүеге һәм фисташкалар айырыуса файҙалы. Уларҙың бөтәһендә лә Е витамины,  файҙалы май кислоталары – омега-3 бар. Ғалимдар әйтеүенсә, сәтләүектәрҙе даими ашаған кешеләр араһында ваҡытһыҙ үлеү ҡурҡынысы 20 процентҡа кәмерәк.

Йөҙөм.  Унда калий күп,  ул ҡан баҫымын кәметә һәм иммунитетты нығыта. Бынан тыш, йөҙөмдә глюкоза бар. Был иһә отчёт, имтихандар осоронда башты әүҙемерәк эшләргә булышлыҡ итә.

Һолобаш. Ул энергия менән тәьмин итә, кәүҙәнең артыҡ ауырлығын кәметергә ярҙам итә, шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүен кисектерә һәм йөрәк сәләмәтлеген яҡшырта. Йәнә һоло составындағы күҙәнәклек ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һала.

Нут. Үҫемлек аҡһымының, күҙәнәклектең, фолий кислотаһының һәм магнийҙың мөғжизәле сығанағы. Шуға ла нут яратыусыларҙың ҡан баҫымы юғары күтәрелмәй, эс ҡатыу менән интекмәй.

Фасоль. Фасоль яратыусылар араһында инфаркттан йәки инсульттан үлеү осрағы 5 тапҡырға аҙыраҡ. Бынан тыш, фасоль шәкәр диабеты менән ауырығандарҙың ҡанындағы шәкәр кимәлен көйләй.

Гранат. Был емештә бик күп антиоксиданттар бар. Мәҫәлән, ҡан тамырҙарын нығытыусы, ҡан әйләнешен яҡшыртыусы полифенолдар, йөрәк һәм яман шеш ауырыуҙарын булдырмаусы антоциандар.

Авокадо. Ошо емеш айҡанлы ҡанда насар холестерин кимәле ҡурҡыныс булмаясаҡ, ә тромбтар барлыҡҡа килеү хәүефе ике тапҡырға кәмей.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: