Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2023, 21:33

Бөрйәндә быйма ырғытыу ярышы бар икән!

Бөгөн "Шүлгәнташ" музей комплексы эргәһендә быйманы алыҫлыҡҡа ырғытыу буйынса республика ярышы үткән. Ҡыҙыҡ бәйге, эйе бит?!

Бөрйәндә быйма ырғытыу ярышы бар икән!
Бөрйәндә быйма ырғытыу ярышы бар икән!

Был хаҡта Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған

«Бөгөн "Шүлгәнташ" музей комплексы эргәһендә быйманы алыҫлыҡҡа ырғытыу буйынса республика ярышы үтте.

Көсөргәнешле ярышта 1-се урынды Өфөнән билдәле быйма бәреүсе Азат Рауилов , 2-се урынды Брәтәк батыры, галош ырғытыусы Рөстәм Бикмөхәмәтов яуланы!! Афарин батырҙарға !!!))))

Ә ярыш барышында быйма ырғытып, яңылыш ҡәйнәһенә тейҙергән Бөрйән егете Ғабдулла Сәғитов дисквалификацияланды һәм бер айға ҡәйнә ҡоймағы ашауҙан мәхрүм ителде", - тип шаярыу ҡатыш яҙған Дамир ағай.

Ә һеҙ быйма ырғытыу ярышын күргәнегеҙ бармы?

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: