Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2023, 14:00

Өйҙә генә ултырығыҙ

– Ҡар бер туҡтамай яуа. Бөгөн юлға сыҡмай тороуығыҙҙы, барығыҙҙың да өйҙә ҡалыуын һорайым, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.  

Өйҙә генә ултырығыҙ
Өйҙә генә ултырығыҙ

Буран сығыуы, көслө ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикле булыуы сәбәпле Р-240 Өфө - Ырымбур федераль трассаһының 27-се саҡрымынан  112-саҡрымына тиклемге участкала пассажирҙар автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылған. (Өфө районының Булгаков ауылынан Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡалаһына тиклем). Юлда булыусыларға:

– Юлдарҙа уяу булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – ти Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: