Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2023, 15:20

Үҙмәшғүлдәргә - эш нескәлектәре хаҡында

Юристар тәҡдим иткән көнүҙәк, аныҡ мәғлүмәт һалым һәм социаль гарантияларҙан башлап заказсылар эҙләүгә һәм кредит алыуға тиклем бар мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итер.

Үҙмәшғүлдәргә - эш нескәлектәре хаҡында
Үҙмәшғүлдәргә - эш нескәлектәре хаҡында


➡ Һалымдар тураһында бөтә мәғлүмәт - «Минең һалым» ҡушымтаһы һәм Федераль һалым хеҙмәте аша һалымды нисек түләргә, әгәр йыллыҡ килем лимиты артып китһә, нимә эшләргә: https://vk.cc/cjtOsO

➡ Күрһәткән хеҙмәтең өсөн хаҡты нисек алырға - хаҡ ҡуйырға, чектар формалаштырырға һәм ҡулаҡса менән эш итергә өйрәнәбеҙ: https://vk.cc/cjtP5h

➡ Үҙмәшғүлдәргә ниндәй социаль гарантиялар бар - пенсияға нисек аҡса йыйырға, эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда һәм декрет түләүҙәре бармы, бушлай дауаланырға мөмкинме: https://vk.cc/cjtPgR

➡️ Нисек кредит алырға? Үҙмәшғүлдәрҙең дә ипотека, ҡулланыусылар өсөн тәғәйенләнгән һәм бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән ташламалы кредит алыу мөмкинлеге бар - ниндәй документтар кәрәклеге һәм үҙ мөмкинлектәреңде нисек арттырып булыуы хаҡында: https://vk.cc/cjtQR5

➡️ Юридик берәмек менән нисек килешеү төҙөргә? Гражданлыҡ хоҡуғы характерындағы килешеү төҙөргә һәм унда үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау өсөн мөһим шарттарҙы теркәргә кәрәк: https://vk.cc/cjtQXc

➡️ Заказдарҙы ҡайҙан эҙләргә? Шәхси клиенттар, маркетплейстар һәм дәүләт һатып алыуҙары - иң перспективалы майҙансыҡтарҙы һайлайбыҙ һәм һалымды иҫәпләйбеҙ: https://vk.cc/cjtR1r

➡️ Үҙмәшғүлдәр өсөн дәүләт ярҙамы. Һалым ҡайтармаһы, офистарҙы ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу, кредиттар һәм субсидиялар - варианттар күп. "МСП.РФ" порталы аша күрһәтелгән йүнәлештәрҙә ғариза бирергә була: https://vk.cc/cjtR8E

«Үҙмәшғүлдәргә: старт, үҫеш, ярҙам» сервисы аша барлыҡ ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланырға мөмкин: https://vk.cc/cjtMiM

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса федераль корпорацияның булышлыҡ итеү телефоны: 8 (800) 100-1-100.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: