Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2023, 15:30

Колледж студенттары утын ярырға ярҙам иткән

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡатын ярҙам һорап,  ауыл хакимиәтенә  мөрәжәғәт итә. Уның улы хәрби бурысын үтәү өсөн махсус хәрби операцияға юлланған икән.

Колледж студенттары утын ярырға ярҙам иткән
Колледж студенттары утын ярырға ярҙам иткән

Ауыл хакимиәтенән  Ләйсән Хәлитоваға бер машина утын килтерелә. Ауырғазы күп йүнәлешле колледжының икенсе курс студенттары Илдус Хөснөтдинов, Рамаҙан һәм Радик Иштуғановтар бер көндә уны ярып  та бирә. Мохтаждарға ярҙам итергә әҙер  булған йәштәргә «Афарин»дан башҡа ни әйтәһең инде! Маладистар!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: