Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар , 17:45

Колл-үҙәк иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының колл-үҙәге бөгөн, 2 ғинуарҙа,  үҙ эшен башланы.

Колл-үҙәк иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй
Колл-үҙәк иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй

Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү менән 30 оператор шөғөлләнә. 3,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, 1464 кеше ҡабул итеүгә яҙылған, 1346 саҡырыу рәсмиләштерелгән.

Яңы йыл байрамы көндәрендә 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем колл-үҙәк иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем, 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән төшкө 2-гә тиклем эшләй. Хәле насар булған осраҡта ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәкмәй, дежур табипҡа мөрәжәғәт итергә йәки табипты өйгә саҡыртырға кәрәк.

 

 

Фото: Т.АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в