Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2023, 13:00

Өфөнөң коммуналь хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләй

Бөгөн Өфө ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары өсөнсө көсәйтелгән режим буйынса эшләй. 2 ғинуарҙа көндөҙ урам-юл селтәрҙәрен таҙартыуға 274 берәмек коммуналь техника, 252 юл эшсеһе йәлеп ителгән.

Өфөнөң коммуналь хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләй
Өфөнөң коммуналь хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләй

 1 ғинуарҙан 2-һенә ҡараған төндә ҡала урамдарында 197 берәмек коммуналь махсус техника һәм 64 юл эшсеһе, шулай уҡ 20 берәмек тирәһе йәлеп ителгән техника эшләне. Уҙған тәүлектә ҡала урамдарынан 7057 кубометр ҡар сығарылған, миҙгел башынан алып бөтәһе – 447 196 куб.м.

Бөгөнгө көндә күп фатирлы йорт ихаталарында ла ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә. Мәҫәлән, Өфө райондарының Торлаҡ хужалығы идаралығы линияһы буйынса 123 берәмек техника (85%), шулай уҡ 7 берәмек йәлеп ителгән техника йәлеп ителгән. Эштәрҙе 611 урам һепереүсеһе башҡара, өҫтәмә рәүештә 290 кеше йәлеп ителгән. Шәхси идаралыҡта һәм торлаҡ милекселәре ширҡәтендә йорт яны биләмәләрен таҙартыуҙа 302 урам һепереүсе эшләй, 27 берәмек техника йәлеп ителгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: