– Башҡортостан Волга буйы федераль округының «иң йәш төбәге» позицияларын һаҡлай. Республикабыҙҙа 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 1 миллион 107 меңдән ашыу йәш граждан йәшәй, ул төбәктәге халыҡтың 27 процентын тәшкил итә. Йәш буйынса бындай киң диапазонда беҙ төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар, ихтыяждар, йәшәү рәүеше менән ҙур аудитория менән эшләйбеҙ. Һәр категорияға үҙ мәнфәғәтенән сығып индивидуаль ҡараш эҙләйбеҙ. Инфраструктура, кадрҙар, мәғәнә һәм йөкмәтке йүнәлеше буйынса мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2022 йылда Башҡортостан Хөкүмәте йәштәр сәйәсәте өлкәһенең инфраструктураһын нығытыу буйынса бер нисә сара башлап ебәрҙе. Төбәк кимәлендә тәүге тапҡыр «Йәшлек-төбәк» программаһы ҡабул ителде, уны тормошҡа ашырыу барышында 2023 йылдан йыл һайын Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында йәштәр киңлеген яңыртыу өсөн конкурс нигеҙендә финанслау бүлеү күҙаллана.
– Беҙҙең бурыс – республика ҡалаларында һәм райондарында йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн заманса нөктәләр булдырыу. Ошондай киңлек стандарты - 2021 йылда республика Башлығының башланғысы буйынса барлыҡҡа килгән Өфөләге Йәшлек House. Был йүнәлештә беҙ төбәк ҡаҙнаһы менән генә сикләнмәйбеҙ. 2022 йылда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «Йәштәр өсөн төбәк» федераль конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы еңеүселәр иҫәбенә инде һәм 2023 йылда төбәккә Өфөлә, Нефтекамала һәм Учалыла йәштәр үҙәктәрен реновациялау, йәштәр өсөн саралар, белгестәрҙе уҡытыу өсөн 228 миллион һум күләмендә субсидия биреләсәк, - тип тә һыҙыҡ өҫтөнә алды Яна Гайдук.
Фото: Т. АМАНОВ.