Төбәк етәксеһе байрам төнөндә урамда йөрөгән Өфө халҡы менән дә аралашты, бында ҡуйылған дөйөм туҡланыу нөктәләренең дизайнын ҡараны, биләмәне артабан төҙөкләндереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Башҡортостан Башлығы айырыуса Яңы йылда үҙ эшен намыҫлы башҡарған хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм коммуналь хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте.
Шулай уҡ ул Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда барған « Terra Zima-2023» фестивалендә лә булды. Яңы йыл төнөндә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн республиканың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин этно-поп төркөмө, «Бишбармаҡ» оркестры, «Премьер» вокаль төркөмө һәм башҡа йырсылар сығыш яһаны. Фестиваль программаһы менән түбәндәге һылтанма буйынса һылтанма танышырға мөмкин.
Фото: Т. АМАНОВ.