Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Января 2023, 13:30

Яңы йыл төнөндә 14 сабый донъяға килгән

Өр-яңы йылдың 1 ғинуарында республикала тәүге сабый бер тула 20 минутта ауаз һалған.

Яңы йыл төнөндә 14 сабый донъяға килгәнЯңы йыл төнөндә 14 сабый донъяға килгән
Яңы йыл төнөндә 14 сабый донъяға килгән

Тыуған ҡыҙҙың ауырлығы – 3240 грамм, буйы – 51 сантиметр. Ул республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Уның  һаулығы менән бөтәһе лә һәйбәт, тиҙәр.

Ҡыҙҙың ата-әсәһе Айгөл һәм Динис Биковтар – Нефтекаманан. Улар ғаиләһендә – икенсе бала, оло улдарына – 3,5 йәш.

– Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда бөтәһе 14 сабый – 8 малай һәм 6 ҡыҙ тыуған. Һәммәһен дә ҡотлайым! Бәхет һәм татыулыҡ! Эш көндәрендә лә, байрамдарҙа ла алһыҙ-ялһыҙ эшләгән табиптарға айырым рәхмәтемде белдерәм. Рәхмәт!  – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас