Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2023, 14:00

Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы башланды

Ошо уңайҙан төрлө саралар, конкурстар үтәсәк. Мәҫәлән, республикабыҙҙа йәшәүселәрҙе Рәсәй Мәғариф министрлығының «Уҡытыу. Илһамландырыу. Үҫтереү» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар.

Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы башланды
Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы башланды

Унда ҡатнашыу өсөн «Остаз/Педагог  –  ул...», «Остаз/педагог ярҙамында мин ирештем...», «Нисек остаз/педагог булдым» темаларының береһен һайларға кәрәк. Шулай уҡ остазығыҙ йәки уҡытыусығыҙҙың тормошта ниндәй роль уйнауы йәки уҡыусылар өсөн нимә эшләүегеҙ хаҡында фотолар, видеороликтар йәки иҫтәлекте социаль селтәрҙәрҙә баҫтырып сығарырға кәрәк. Ошо хештэгтарҙы ла ҡуйырға онотмағыҙ: #УчитьВдохновлятьРазвивать2023 #ГодНаставника2023 #ГодПедагога2023.

«Башҡортостандың мәғариф системаһында - 42 меңдән ашыу педагогик хеҙмәткәр. Уҡытыусылар, остаздарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Сөнки уларҙың һәр береһе үҙ уҡыусыларында күңеленең бер өлөшөн ҡалдыра. Алдыбыҙҙа күп мөмкинлектәр асҡан, белемдәре һәм оҫталыҡтары менән уртаҡлашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ваҡыт етте»,  –  тиелә республикабыҙҙың  Мәғариф һәм фән министрлығының телеграмма-каналында. Акция 2023 йыл буйына барасаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: