Шулай итеп, кемдәр еңеүсе булдымы? Жюри берҙәм тауыш менән Межгорье ҡалаһы командаһына «Урал батыр» эпосы буйынса карнавал костюмдары өсөн Гран-при тапшырҙы.
Артем Папушин йыл символы костюмы өсөн «Карнавалдың мини-мистеры» булып танылды, ә игеҙәктәр Маша һәм Саша Навалихиндар «Мини-мисс карнавал» исемен яуланы.
Үҙенсәлекле карнавал костюмы өсөн Инна Семенехина «Яңы йыл карнавалы һылыуҡайы» номинацияһында еңеү яуланы. Жюри Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дим бүлексәһе командаһын «Мистер Яңы йыл карнавалы» тип таныны.
Ҡариҙел районы командаһы «Иң яҡшы ҡулдан эшләнгән карнавал костюмы - 2023» тигән махсус бүләккә лайыҡ булды. Лауреаттарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата приздар тапшырылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «TERRA ZIMA-2023» Яңы йыл каникулдары фестивале Өфөлә 3 ғинуарға тиклем дауам итә. Иртәгә, 2 ғинуарҙа, ҡышҡы һабантуй һәм самауырҙар конкурсы үткәрелә. 3 ғинуарҙа Ат-сана экипаждары парады көтөлә.
Фото: Т. АМАНОВ.