Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2023, 17:00

Һимермәҫ өсөн нисек туҡланырға?

Нутрициолог биргән кәңәштәрҙе тыңлағыҙ. Ял ваҡытында бигерәк тә файҙаһы тейер.

Һимермәҫ  өсөн нисек туҡланырға?
Һимермәҫ өсөн нисек туҡланырға?
  1. Ул көн дауамында дүрт мәртәбә ашарға кәңәш итә. Һәр ашау араһында ваҡыт аралығы бер төрлө булырға тейеш, ти.
  2. Рационда кәмендә 400 – 500 грамм еләк-емеш, йәшелсә булырға тейеш. Картуф был исемлеккә инмәй. Күберәк йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк, сөнки еләк-емештәрҙең калорияһы күп. Картуфты ҡыҙҙырып түгел, бешереп ашау һәйбәтерәк.
  3. Аҙнаһына ике тапҡыр диңгеҙ балығы ашау кәңәш ителә. Итте аҙнаһына бер-ике тапҡыр ашау ҙа етә, ти. Ни өсөн тигәндә, итте күп ашау яман шеш ауырыуын килтереп сығарырға мөмкин икән.
  4. Газлы һыуҙарҙан баш тартыу хәйерлерәк.
  5. Нутрициолог ярымфабрикаттарҙан баш тартырға кәңәш итә.
  6. Составында шәкәр булған ризыҡтарҙы – кәнфит һәм башҡа тәм-томдарҙы ашауҙың кәрәге юҡ.
  7. Күберәк йәйәү йөрөгөҙ, фитнес менән шөғөлләнегеҙ.
  8. Төшөнкөлөккә бирелеүҙе ашап еңергә тырышмағыҙ.
  9. Организмығыҙҙы өҫтәмә витаминдар менән дә тулыландырығыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: