Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2023, 15:00

Хәл белешеү – сауаплы ғәмәл

Яңы йыл  каникулында ваҡытыбыҙ ҙа  күп. Туғандарығыҙ, яҡын кешеләрегеҙҙең хәлен белешеп алығыҙ. Шылтыратырға, яҡын йәшәгәндәргә барып та килергә була. Хәл белешеү сауаплы ғәмәл икәнен онотмайыҡ.

Хәл белешеү – сауаплы ғәмәл
Хәл белешеү – сауаплы ғәмәл

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһиссәләм, шулай тип өйрәткән: «Яҡын кешеләрегеҙгә барғанда, бүләк алып барығыҙ. Әгәр бүләк алып барырлыҡ хәлегеҙ булмаһа, бүләкһеҙ барып хәлен белегеҙ. Әгәр барып хәлен белешер мөмкинлегегеҙ юҡ икән, шул яҡын кешегеҙҙең күңеленә хуш килерлек берәй эш ҡылығыҙ йәки бүтәндәр аша хәлен белешегеҙ. Әгәр яҡын кешегеҙ һеҙҙән алыҫта йәшәй икән, хат яҙып, элемтә тотоғоҙ».

«Яҡын кешегеҙгә сәләм ебәреп булһа ла уның менән элемтәлә булығыҙ».

«Мин һындарҙы юҡ итергә (һындарға табыныу ғәҙәтенән кешеләрҙе арындырырға) һәм туғандарға изгелек ҡылырға ебәрелгәнмен».

Ошо өс хәҙис кенә лә туғандарҙың ҡәҙерен белергә, туған-тыумасаға иғтибар күрһәтергә, яҡын кешеләрҙең үҙ-ара элемтәне өҙмәүенә өйрәтә.

Бер-береңдең хәлен белешеү – сауаплы эш. Бигерәк тә балалар ата-әсәнең хәлен белергә, ситтә йәшәһәләр, тыуған йортҡа йышыраҡ ҡайтырға  онотмаһа икән. Ошо ғәмәлде йәш сағында һанға һуҡмаған кеше олоғая барған һайын күңел ғазаптарын көслөрәк кисерәсәк. Телефон аша һөйләшеп тороу ҙа ата-әсәйҙең күңелен күтәрә.

Туғандар бер-береһе менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға тейеш. Үҙ-ара асыуланышҡан туғандар мотлаҡ ярашһын. Бер-береһен ғәфү итеү – сауаплы. Бер-береһен ғәфү итмәгән кешене Аллаһы Тәғәлә ярлыҡамаҫ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: