Шулай тип хәбәр итә республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы. Урындағы халыҡ ҡатнашлығында яңы йыл әйлән-бәйләне акцияның төп шарты ине. Улар «Бәйләнештә» селтәрендә ҙур әйлән-бәйләндең фотоһүрәттәрен һәм видеоролигын #всемселомвновыйгод2022 #Трезвоесело2022 #Айыкауыл2022 хештэгтары менән урынлаштырҙы.
«Күңелле Яңы йыл акцияһына республиканың барлыҡ 54 муниципаль райондарынан «Айыҡ ауыл» конкурсының яңы этабында ҡатнашыусы бөтә тораҡ пункттар ҙа тиерлек ҡушылды. Өфө районының Жуков ауылында, Архангел районының Абҙан ауылында, Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында һәм башҡа ауылдарҙа дәртле әйлән-бәйлән ойошторолдо. 2023 йылды айыҡ килеш ҡаршы алырбыҙ һәм әүҙемерәк үткәрергә ҡуштым!» – тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Спорт министрлығы һәм республиканың башҡа ведомстволары. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарыла. 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән конкурстың бүләк фонды 10 тапҡырға арттырылды.