Был хаҡта Баймаҡ районының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһенә һылтанып, республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә.
2023 йыл символдары – ҡуяндар төшөрөлгән граффити совет открыткалары стилендә төшөрөлгән. Ҡотлауҙар башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған.
«Ошо уйҙы уйлап тапҡан һәм тормошҡа ашырған кешеләргә ҙур рәхмәт!!! Был открыткаларҙа изгелек, Яңы йылды ҡаршылағанда кисергән яҡты хәтирәләр урын алған!», «Афарин, яҡташтар!», «Иң шәп открыткалар!!!», «Ҡайһылай матууур», — тип туҡталыштарға аңлатма бирелә.
Фото: Т. АМАНОВ.