Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2022, 09:00

Яңы йыл ығы-зығыһы. Нимә эшләргә ярай, нимә эшләргә ярамай?

31 декабрь... Яңы йыл ығы-зығыһы. Ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәл әҙерләү менән мәшғүл, ир-егеттәр алып еткермәгән ваҡ-төйәктәр артынан магазинға саба. Тегеһе лә, быныһы ла кәрәк кеүек. Был көндө мунса  инеп, таҙарынып алыу ҙа – изге йола. Хәс тә, кинолағы кеүек инде: «Һәр йыл һайын 31 декабрҙә дуҫтар менән мунсаға барабыҙ», – тиҙәр бит әле. Унан тыш, 31 декабрҙә нимәләр эшләргә ярай, нимәләр ярамай һуң?

Яңы йыл ығы-зығыһы. Нимә эшләргә ярай, нимә эшләргә ярамай?
Яңы йыл ығы-зығыһы. Нимә эшләргә ярай, нимә эшләргә ярамай?

Әгәр ҙә Яңы йыл алдынан өйгә инергә теләп,  ишек төбөнә берәй йорт хайуаны килеп торһа, мотлаҡ индермәйенсә ҡалдырмағыҙ. Бәлки, ул һеҙгә бәхет алып килер. 

31 декабрь көнө ҙур этте осратһаң, алдағы йыл уңышлы буласаҡ, тиҙәр. Әгәр ҙә ул ҡойроғон болғап, ҡулығыҙҙы ялаһа, тағы ла һәйбәт. Бәхет тә, мөхәббәт тә буласаҡ.

Бурысығыҙ бар икән, 31 декабрь көндө тиҙерәк ҡотола һалығыҙ, Яңы йылға ҡалдырмағыҙ. Юғиһә, алдағы йылға аҡса юлығыҙ асылмаясаҡ.

Кем менәндер асыуланышып йөрөһәгеҙ, кемделер рәнйеткән булһағыҙ, ғәфү үтенеп, тиҙерәк яраша һалығыҙ. Шулай бәхеткә юл асыла, тип иҫәпләнә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: