Был ҡайғылы хәбәр менән әлеге Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов уртаҡлашты.
- Ҡайғылы хәбәр алдыҡ. Бөгөн иртән Һамар өлкәһендә аварияла биш ир-егет һәләк булған. Улар барыһы ла Ейәнсур районының Иҙелбәк ауылынан. Егеттәр вахта алымы менән Мәскәүҙә эшләгән, өйҙәренә ҡайтып килгән булғандар. Район хакимиәте мәрхүмдәрҙе алып ҡайтыуҙы һәм ерләүҙе ойошторасаҡ. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.