-18 °С
Болотло
Сирендәр
Бер йәм өҫтәп, май айында
Сәскә атты сирендәр.
Хуш еҫтәрен тирә - яҡҡа
Тарата иҫкән елдәр.
Эх, сирендәр, сирендәр,
Һоҡланмай һеҙгә кемдәр?!
Күк сәскәме, әллә аҡмы
Уныһы мөһим түгел.
Ниндәй төҫтә булһағыҙ ҙа
Ярата һеҙҙе күңел.
Эх, сирендәр, сирендәр,
Һоҡланмай һеҙгә кемдәр?!
Сәскәле саҡ бер мәл тиеп,
Башығыҙҙы эймәгеҙ!
Мин аңлармын сирендәрем,
Хәлегеҙҙе, әйҙә һөйләгеҙ!
Эх, сирендәр, сирендәр,
Һоҡланмай һеҙгә кемдәр?!
Юлай Кәримов фотоһы.