Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 17:00

Радий Хәбиров СВО биләмәһенә барып ҡайтҡан

Башҡортостан Башлығы, һалдаттарға ҡышҡы кейемдәрҙе үҙем алып барам, тип вәғәҙәләгәйне. Бөгөн ул Донбасста. Хәрбиҙәр менән осрашты.

Радий Хәбиров СВО биләмәһенә барып ҡайтҡан
Радий Хәбиров СВО биләмәһенә барып ҡайтҡан

– Һалдаттарға ҙур хөрмәт менән ҡайтырға сығам. «Достоваловсылар», «шайморатовсылар», республиканан мобилизацияланған егеттәр менән осраштыҡ. Рәсәй гвардияһы частарының береһендә булдыҡ, унда Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальон хәрбиҙәре менән күрештек.

Яугирҙәребеҙгә тағы бер гуманитар йөктө тапшырҙыҡ. Уның араһында техника ла бар. Әлбиттә, иң ҡәҙерлеһе — өйҙән хаттар, туғандарының һәм дуҫтарының посылкалары.

Егеттәр Башҡортостан менән ғорурланыуын белдерҙе һәм республика халҡына сәләм еткереүебеҙҙе һораны. Беҙ бөтәһенең дә тиҙерәк өйөнә ҡайтыуын көтәбеҙ һәм еңеүҙән һуң Башҡортостан һәм Рәсәй мәнфәғәте өсөн иңгә-иң терәп эшләйәсәкбеҙ. Һалдаттар тураһында ентекләп «Донбасс. Башҡорт батальондары. Йылъяҙмалар» рубрикаһында һөйләйәсәкмен», – тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: