Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петровское ҡалаһындағы башҡорт батыры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се урта мәктәптә булды.
Быйыл йәй Радий Хәбиров инициативаһы буйынса республикабыҙҙың төҙөүселәре мәктәпте ремонтлағайны. 1 сентябргә мәктәптең фасады һәм эс яғы, тәҙрә яҡтауҙары яңыртылды, йылытыу һәм электр тәьминәтен йүнәттеләр, тирә-яҡ биләмәһен төҙөкләндерҙеләр. Республика шулай уҡ уҡыу ҡорамалдары һәм йыһаздары һатып алырға ярҙам итте.
Төбәк етәксеһе мәктәпте ҡарап сыҡты һәм башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһаланы. Шулай уҡ коллектив һәм уҡыусыла менән аралашты.
– Яңыртылған мәктәптә белем алыуығыҙға бик шатбыҙ. Был беҙҙең күп йыллыҡ дуҫлығыбыҙ, башҡорт батыры Миңлеғәле Шайморатов һәм башҡа яугирҙәр хәтерен һаҡлауығыҙ өсөн рәхмәт билдәһе. Был беҙҙең өсөн бик ҡиммәт. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Мин уҡытыусылар коллективы менән тәүгә күрешмәйем. 30 сентябрь беҙҙең һәм һеҙҙең тормош үҙгәрҙе. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән – ҙур бер ил. Һәм был илдә һеҙҙең яҡын дуҫығыҙ Башҡортостан бар. Ошо мәлдән беҙ бер-беребеҙгә тағы ла яҡынайғанбыҙҙыр һәм үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәрбеҙ тип ышанам.
Радий Хәбиров быйыл йәй Башҡортостанда Луганскиҙан мең ярымдан ашыу бала ял итеүе тураһында һөйләне. Ул артабан да бындай ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.