Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 19:09

Радий Хәбиров Донецк республикаһы башлығы менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбассҡа эш сәфәре менән барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Радий Хәбиров Донецк республикаһы башлығы менән осрашты
Радий Хәбиров Донецк республикаһы башлығы менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбассҡа эш сәфәре барышында Луганск республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашты. Кәңәшмәлә төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм тораҡ пункттарҙы тергеҙеү мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы республика Донбасстың социаль объекттарын ремонтлауҙы һәм халыҡҡа ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында хәбәр итте.

– Беҙ оҙаҡ йылдар һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәргә ихтирам менән ҡарайбыҙ. Әлбиттә, беҙ хеҙмәттәшлек үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Һеҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйһегеҙ, инфраструктураны тергеҙергә кәрәк. Беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алған бөтә йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ, Красный Луч ҡалаһында 46 объектты ремонтланыҡ. Һәм бөгөн беҙгә киләһе йылға пландар хаҡында уйлашырға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы яңыртылған хеҙмәттәшлек килешеүендә өҫтөнлөктәрҙе һәм йүнәлештәрҙе билдәләргә тәҡдим итте.

– Беҙ һеҙҙең менән бойондороҡһоҙ ил булалаҡ юл картаһын әҙерләнек. Хәҙер һеҙ – РФ төбәге, һәм беҙ быға тик шатбыҙ. Беҙҙең осрашыу һөҙөмтәһе булараҡ ике төбәк араһында килешеү төҙөргә тәҡдим итәм. Беҙҙең төбәктәрҙең хеҙмәттәшлегендә яҡшы иҡтисади мөмкинлектәр булыр тип ышанам. 

Радий Хәбиров республикабыҙҙан Донбассҡа 33 гуманитар ылау ебәрелеүе, табиптар һәм юлсылар бригадаһы эшләүе хаҡында һөйләне. Луганск республикаһы етәксеһе Башҡортостан Башлығына һәм халҡына рәхмәтен белдерҙе. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: