Яңы йыл алдынан Әлшәй районының социаль хеҙмәткәрҙәре Ҡыш бабай кейемендә килеп, оло йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотлап ҡына ҡалмаған, йорт-ҡура эштәрендә лә ярҙам иткән. Улар утын ташыған, һыу алып ингән һәм ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартҡан. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин әйтеүенсә, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, өлкәндәр һәм яңғыҙ йәшәүселәр быға бала кеүек бик ҡыуанған.
Фото: Т. АМАНОВ.