Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 14:35

Үәт, бәхет!

Йырсы Альбина Муллағолованың ире СВО-нан ҡайтҡан. Ул махус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Был бәхетте барлыҡ һалдат ҡатындарына кисерергә яҙһын!

Үәт, бәхет!
Үәт, бәхет!

– Тормош иптәшем Айнур – хәрби. Хеҙмәт итеүенә 18 йыл. Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашты, ике тапҡыр Сүриәгә барып ҡайтты. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Иремә арнап ижад иткән йырҙарым да бар. Һөйөклөмә улар көс бирәлер. Уның тиҙерәк өйгә ҡайтыуын көтәбеҙ, һағынабыҙ. Ике йылдан пенсияға сығам да эштән китәм тигән ине лә, ошо операция булғас, хәҙер булмай бер нисек тә. Иҫән-һау булһындар инде, – тип интервью биргән «Башинформ»ға Альбина Муллағолова.


Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: