

– Бөгөн батыр, көслө, ышаныслы кешеләр – ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә иң тәүҙә улар ярҙамға килә, техноген һәләкәттәрҙең һәм аварияларҙың эҙемтәләре менән көрәшәләр. Ә бөгөн улар тағы ла мөһимерәк миссияны башҡара – СВО-ла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам ташыйҙар.
Ҡотҡарыусыларҙы һәм был эшкә ҡатнашлығы булғандарҙың барыһын да ҡотлайым! Героик хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республика мотлаҡ барыһында ла ярҙам итәсәк.