2022 йылда 8 капитал һәм 55 модулле ФАП төҙөнөк. Тәүҙә 44 модулле ҡоролма һатып алыу планлаштырылғайны, әммә аҡсаны экономияланғандан һуң тағы 11-ен һатып алдыҡ һәм файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Берәүҙәр лицензия алып эшкә тотонһа, икенселәре әле ҡағыҙ эше стадияһында. Яҡын арала Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында медицина учреждениеһы пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙ төбәк программаһы буйынса фельдшер һәм акушерлыҡ станциялары асабыҙ – был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау» проекты. Уны тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан аҡса бүленә.
Барлыҡ фаптар заманса, уңайлы, улар пациентҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмәгә эйә. Беҙҙең алдынғы медицина учреждениелары менән дистанцион консультациялар үткәреү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, бындай эш схемаһы Республика кардиоүҙәге менән алып барыла – уның табиптары урындарҙағы фельдшерҙарҙан алынған ЭКГ мәғлүмәттәре нигеҙендә ярҙам итергә әҙер.
Яңы ФАП-тарҙа эшләүсе фельдшерҙарға рәхмәтебеҙ. Уларҙың күбеһе тиҫтәләрсә йылдар бер урында эшләй һәм, әлбиттә, һәр ҡайһыһы яҡшы шарттарҙа эшләүгә лайыҡ. Бөтә табиптарға ла башымды эйәм!
Беренсел медицина ярҙамын яңыртыу буйынса бурыс яйлап үтәләсәк. Халҡыбыҙҙың һаулығы өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.