Проект инвалид һәм инвалидлығы булмаған артистар ҡатнашлығындағы спектакль өлгөһөндә «Статус» инклюзив халыҡ художество театрының эшен күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Ольга Степнованың пьесаһы буйынса «Бәхетле билмән» спектаклен театрҙың режиссеры Гүзәл Дәүләтова сәхнәгә сығара.
Спектаклдәр 2023 йылдың ғинуарынан майға тиклем республикабыҙҙың 5 район үҙәгендә - Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Языково, Дүртөйлө, Талбазы ауылдарында үтәсәк. Унда республиканың 25 муниципаль районынан 1800 кеше саҡырыласаҡ.
Спектакль күрһәтелгәндән һуң, халыҡҡа инклюзив мәҙәниәт һәм мөхит булдырыу мәсьәләләрендә уларҙың белемен арттырыу һәм мәғлүмәтлелеген күтәреү өсөн лекциялар үткәреү күҙаллана.
Инвалидтарҙың федераль реестры мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 233 меңдән ашыу инвалид йәшәй, йәғни республика халҡының 7,4 проценты.
"Инклюзив театр - минең яңы мөмкинлектәрем" проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә инклюзив мөхит, инклюзив ижади коллективтар ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә, инвалид, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе һәм аҙ хәрәкәт иткән граждандарҙы башҡа граждандар менән бер рәттән йәмәғәт тормошона индереүгә, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, театр мәҙәниәте һәм сәнғәте саралары менән үҙ-үҙен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Фото: Т. АМАНОВ.