Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 21:30

Иҫке сибайҙар СВО-лағы яҡташтары именлегенә ҡорбан салдырҙы

Ветерандар советы уны балалар баҡсаһына, уҡыусыларға һәм ололарға таратып сыҡты.

Иҫке сибайҙар СВО-лағы яҡташтары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Иҫке сибайҙар СВО-лағы яҡташтары именлегенә ҡорбан салдырҙы

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр именлегенә ҡорбан салдылар. Был хаҡта Иҫке Сибай мәҙәниәт йортоноң рәсми төркөмөндә хәбәр итәләр.  

- Иҫке Сибай ветерандары советы башланғысы менән махсус операциялағы егеттәргә арнап ҡорбан салдырҙылар. «Сулпылар» балалар баҡсаһына, мәктәп уҡыусыларына һәм ололарға таратып сыҡтылар. Егеттәребеҙ имен-һау, теүәл ҡайтһын, ата-әсәләренә сабырлыҡ теләп аяттар бағышланды. Ҡорбанлыҡҡа матди ярҙам күрһәтеүселәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Бергә-берҙәм булайыҡ! - тип яҙа иҫке сибайҙар.

Иҫке сибайҙар СВО-лағы яҡташтары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Иҫке сибайҙар СВО-лағы яҡташтары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Иҫке сибайҙар СВО-лағы яҡташтары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: