Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 08:35

Өфөлә Ҡыш бабай йорто үҙ эшен башланы

Был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә.

Өфөлә Ҡыш бабай йорто үҙ эшен башланы
Өфөлә Ҡыш бабай йорто үҙ эшен башланы

Унда 2023  йылдың 14 ғинуарына тиклем көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән киске сәғәт 9-ға тиклем Ҡыш бабай  һәм уның командаһы Ағиҙел йылғаһы буйында барлыҡ килеүселәрҙе ҡаршылай. 31 декабрҙә иһә резиденция төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләйәсәк. Бында көн һайын  ҡунаҡтарҙы тере болан, ҡыҙыҡлы интерактив программа һәм фотозона ла көтә. Эргәһендә генә конькиҙа ла шыуырға була. Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: