-18 °С
Болотло
Был хаҡта РФ Сәнғәт һәм сауҙа министрлығының Халыҡ-ара кооперация һәм лицензиялау департаменты директоры Роман Чекушов етәкселегендә үткән эшлекле кәңәшмәлә билдәле булды.
– Был инструменттар Рәсәй төбәктәре араһында иң тәүгеләрҙән булып беҙҙең республикала индерелеүе менән ғорурланабыҙ. Был саралар беҙгә экспорт күләмен арттырырға һәм предприятиеларға үҫешергә мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ, – тине БР-ҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева.
Республикала «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты буйынса өс төбәк проекты булдырылған, шуларҙың береһе – «Башҡортостанда экспортты үҫтереү». Ул тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында тормошҡа ашырыла.