Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 12:38

Башҡортостан эшҡыуарҙары 198 экспорт килешеүе төҙөгән

Был Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында мөмкин булған.

Башҡортостан эшҡыуарҙары 198 экспорт килешеүе төҙөгән
Башҡортостан эшҡыуарҙары 198 экспорт килешеүе төҙөгән

2022 йылдың 11 айында Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында эшҡыуарҙар 70,74 миллион долларға 198 экспорт килешеүе төҙөгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 51,5 процентҡа артығыраҡ. Республикабыҙҙың тышҡы сауҙа партнерҙары булараҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Германия, Швейцацрия һәм башҡа илдәр һөҙөмтәле эшләй. Был хаҡта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева һөйләне.

– Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге урындағы етештереүселәрҙе тышҡы баҙарға сығарыу буйынса әүҙем эшләй. 11 айҙа эшҡыуарҙар төҙөгән килешеүҙәр һаны алдан билдәләнгән пландан 79 процентҡа артығыраҡ килеп сыҡты, сумма буйынса 2,6 тапҡырға күберәк, – ти Маргарита Болычева.

Был осорҙа үҙәк 876 эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәткән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: