Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 15:35

Ҡылған батырлыҡтары утыҙ йылдан һуң баһаланды

1991 йылдың көҙөндә Өфөгә ҙур һәләкәт янай - нефть эшкәртеү заводында төтөн торбаһы 120 метр бейеклектә һынып сыға. Бөгөн заводты һәм баш ҡаланы ҡотҡарыу буйынса операцияла ҡатнашыусылар бүләкләнде.

Ҡылған батырлыҡтары утыҙ йылдан һуң баһаланды
Ҡылған батырлыҡтары утыҙ йылдан һуң баһаланды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 1991 йылдың сентябрендә Өфө нефть эшкәртеү заводында күләмле ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашыусылар Камил Мөхөтдиновҡа һәм Виталий Аппелға генерал Шайморатов ордены менән таныштырҙы.

«Беҙҙең илдә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһын булдырыуҙың башланғыс нөктәһе булып 1991 йылдың июлендә Сергей Кужугетович Шойгу етәкселегендәге ошо күләмле, ғәжәйеп ҡатмарлы операция тора. Бөгөн беҙ уның туранан-тура ҡатнашыусыларына наградалар тапшырабыҙ, — тине Радий Хәбиров.

Ул саҡта, 30 йыл элек, Аппель Виталий Моисеевич Мәскәүҙең «Надежда» авария-ҡотҡарыу отряды командиры була, ә Камил Рафаилевич Мөхөтдинов Башҡорт АССР-ының физик культура һәм спорт буйынса дәүләт комитетының туризм һәм тышҡы бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

 

1991 йылдың көҙөндә Өфө ҙур экологик һәләкәткә тарый. Өфө нефть эшкәртеү заводында 150 метрлыҡ төтөн торбаһы ҡыйшая башлай. 120 метр бейеклектә тимер-бетон конструкция һына һәм углеводород етештереү майҙансығы өҫтөндә 700 тонна ауырлыҡтағы бетон эленеп ҡала. Торба емерелгән осраҡта күләмле янғын сығыуға, ә уның ҡолауы Өфөлә 9 баллы ер тетрәүгә килтерер ине.

Мәскәүҙән Өфөгә РСФСР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре, ҡотҡарыусылар, альпинистар, спелеологтар ебәрелә, шулай уҡ инженер ғәскәрҙәренең хәрби белгестәре төркөмө лә килә.

«Беҙ торба ҡолаған хәлдә түбәндә урынлашҡан цехтар, ҡоролмалар һәм завод коммуникациялары зыян күрәсәген аңланыҡ. Быларҙың барыһы ла ҙур иҡтисади зыян килтереүҙән тыш, миллионлы ҡалаға экологик катастрофа, күп кешенең һәләк булыуына һәм Ағиҙел йылғаһының ағыуланыуына килтереүе ихтимал. Беҙгә уны бейектә шартлатыу ғына түгел, кәрәкле урынға, ҡом «яҫтығына» төшөрөү бурысы ҡуйылды. Шартлау иҫ киткес шәп башҡарылды. Торбаның имен өлөшөнә зыян килтермәй, һынған торбаны бейектә шартлата алдыҡ», — тип хәтерләй Виталий Аппель.

 

Был операция Гиннесс рекордтары китабына инә.

Торбаның емерелеүенең сәбәбе шунда: торба аша сығарылған конденсат һәм химик матдәләр кислота барлыҡҡа килтерә, был бетонды яйлап «ашай». Ошо арҡала ул эшлектән сыға. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: