Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 17:49

600-ҙән ашыу етем бала Яңы йыл шыршыһында ҡатнашты

Мәскәүҙә Рәсәй Мәғариф министрлығының етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы үтте. Байрам сараларында ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға Рәсәйҙең 87 төбәгенән 10-14 йәштәрҙәге 600-ҙән ашыу бала килгәйне.

600-ҙән ашыу етем бала Яңы йыл шыршыһында ҡатнашты
600-ҙән ашыу етем бала Яңы йыл шыршыһында ҡатнашты

Быйыл етем балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан бишенсе тапҡыр үткәрелә. «Мегаспорт» спорт һарайында олимпия чемпионы Татьяна Навка тарафынан ҡуйылған «Шәхризаданың мөхәббәт тарихы» боҙ шоуы байрамдың төп ваҡиғаһы булды.

Тамаша башланыр алдынан балаларҙы Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов ҡотланы. Спектаклдән һуң һәр балаға Яңы йыл бүләге тапшырылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Байрамса биҙәлгән Мәскәү буйлап экскурсияла йөрөү, «Ҡар королеваһы» Яңы йыл цирк мюзиклы премьераһы, Океанариумға барыу...

Рәсәй Мәғариф министрлығының Яңы йыл шыршыһы Мәскәүҙә 23-25 декабрҙә үтте. Яңы йыл шыршыһында, ғәҙәттәгесә, талантлы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡатнашты.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: