Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2022, 09:56

Радий Хәбиров ғаиләһендә Яңы йылды нисек ҡаршылаясаҡ?

Был хаҡта ул  Башҡортостан юлдаш телеканалында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» марафонында тура эфирҙа һөйләне.

Радий Хәбиров ғаиләһендә Яңы йылды нисек ҡаршылаясаҡ?Радий Хәбиров ғаиләһендә Яңы йылды нисек ҡаршылаясаҡ?
Радий Хәбиров ғаиләһендә Яңы йылды нисек ҡаршылаясаҡ?

Республика Башлығы балаларҙың төн уртаһына тиклем йоҡларға ятыуын, ә өлкәндәр –  яҡындары, туғандары, дуҫтары куранттарҙың һуғыуын  һәм ил президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтен көтөүе хаҡында һөйләне.

«Төнгө 12-лә, был мотлаҡ традиция, президентыбыҙҙың ҡотлауын көтәбеҙ, һуңынан – куранттарҙы. Унан һуң – оливье һәм башҡа нәмәләр. Һуңынан телевизор ҡарарға, саф һауала йөрөп килергә лә  мөмкин. Беҙ ҡайһы берҙә ҡала парктарына йөрөргә сығып киләбеҙ»,  – тине төбәк етәксеһе.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас