Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 10:22

Ни өсөн бүлмәне һәр ваҡыт елләтеп торорға кәрәк?

Был һорауға медицина фәндәре кандидаты, табип-терапевт Сергей Васильев яуап бирҙе.

Ни өсөн бүлмәне һәр ваҡыт елләтеп торорға кәрәк?
Ни өсөн бүлмәне һәр ваҡыт елләтеп торорға кәрәк?

Баҡһаң, саф һауа үтеп инмәгән биналар үрсеүсе вирустар һәм бактериялар, шулай уҡ беҙҙең синтетик япмалар, иҙән, мебель, уйынсыҡтар төрлө аллергендар һәм зарарлы матдәләр туплай икән. Етмәһә, батареялар һауаны ныҡ киптерә, ябыҡ биналарҙа дымлылыҡты 30 процентҡа тиклем кәметә. Табип һүҙҙәренсә, сүллектәрҙә лә ошондай уҡ күрһәткес, шуға күрә елләтелмәгән фатирҙар «Сахараға әйләнә».

«Ябай ҡағиҙәгә ярашлы, үрҙә әйтелгән проблемаларҙан ҡотолорға мөмкин: бина, айырыуса йоҡо бүлмәһе тәҙрәһен ҡыҫҡа ваҡытҡа  асып, елләтеп алығыҙ.  Иң мөһиме: үтә елдән һаҡланығыҙ»,  –  тине ул.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: