Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 11:46

Кесе сержант Ринат Ҡаранаевтың исеме мәңгеләштерелде

Ғафури районының Красноусол ауылындағы 1-се мәктәптә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған кесе сержант Ринат Ҡаранаевҡа  мемориаль таҡтаташ асылды.  

Кесе сержант Ринат Ҡаранаевтың исеме мәңгеләштерелде
Кесе сержант Ринат Ҡаранаевтың исеме мәңгеләштерелде

Мемориаль таҡтаташты асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, һәләк булғандың туғандары, уҡытыусылар, уҡыусылар, хәрби хәрәкәт ветерандары ҡатнашты.

Ринат Ҡаранаев ошо мәктәптә уҡыған, 27 сентябрҙә Украинала махсус хәрби операция барышында һәләк була. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн ул  (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены менән наградлана.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: