Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 13:30

Өфөлә Майнкрафт стилендә боҙ ҡаласығы буласаҡ

Бөгөн, 25 декабрҙә,  ул баш ҡаланың «Арт-Квадрат» майҙансығында асыла.

Өфөлә Майнкрафт стилендә боҙ ҡаласығы буласаҡ
Өфөлә Майнкрафт стилендә боҙ ҡаласығы буласаҡ

Арт-Квадрат»тың «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр ителеүенсә, унда майнкрафт стилендәге рус әкиәте геройҙары кәүҙәләндереләсәк. Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы төрлө конкурстар, бүләктәр көтә. Шулай уҡ сарала Яңы йыл дискотекаһы ойоштороласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Инеү Коммунистик урамы яғынан йәки Мостай Кәрим урамы яғынан арка аша.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в