Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 13:50

Билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләй

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләй
Билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләй

Гөлназ Ҡотоева Әбйәлил районы Ишҡол ауылында тыуған. 

 

Дуҫтар менән донъя күркәмерәк,
Дуҫтар менән донъя яҡтыраҡ!
Дуҫтар яҡҡан усаҡ бейегерәк,
Дуҫтар менән хыял татлыраҡ!

Дуҫың кем тип минән һорама һин,
Дуҫым минең күптән һыналған!
Дуҫты алыштырмам алтындарға,
Дуҫтан ҡәҙерлерәк ни ҡалған?

Дуҫым минең көслө арыҫландан,
Уңалта ул күңел яраһын.
Дуҫтар менән донъя өйрәтте бит
Айырырға аҡтан ҡараһын.

Дуҫым минең - яҙмышыма яҙған
Иң ҡиммәтле бүләк донъяла.
Дуҫым мине ҡосағына алһа,
Барлыҡ борсолоуҙар юғала.

Шаулап үтеп китер ғүмерҙәрҙә
Дуҫтар булып йәшәп ҡалайыҡ!
Яҡтылары китһен быуаттарға,
Дуҫтар менән усаҡ яғайыҡ!

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: