Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 20:09

Сираттағы гуманитар конвой юлға сыҡты

Бөгөн республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса сираттағы гуманитар конвой юлға сыҡты. Ул мобилизацияға алынғандар өсөн тәғәйенләнгән.

Сираттағы гуманитар конвой юлға сыҡты
Сираттағы гуманитар конвой юлға сыҡты

– Луганск Халыҡ Республикаһы йүнәлешенә 4 берәмек техника йүнәлде. Гуманитар йөк составына экипировка, йылы кейем, генератор, мотопомпа, йылытыу пушкалары, бензобысҡылар, медицина йыйылмалары, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, эсәр һыу һәм башҡа тауарҙар ингән. Ебәрелгән әйберҙәрҙең Берҙәм логистик үҙәктә формалашыуын хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм. Бында беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән, хәрби частар командирҙарынан, хәрби комиссариаттарҙан бирелгән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙға бик кәрәкле мөлкәткә ҡағылышлы бөтә заявкалар ҙа ентекле өйрәнелә. Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә теләгән һәр граждан 280-89-92 номеры буйынса шылтыратып, кәңәшләшә ала, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: