Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 15:17

Башҡортостан Мәскәүҙән һуң икенсе урынды биләй

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин баҫылып сыҡҡан доклад хаҡында хәбәр итә.

Башҡортостан Мәскәүҙән һуң икенсе урынды биләй
Башҡортостан Мәскәүҙән һуң икенсе урынды биләй

– Мобилизация трансформация йылы: Рәсәй төбәктәрендә социаль-иҡтисади йомғаҡтар» тигән доклад баҫылып сыҡты. Унда Башҡортостан хәрби операция үткәреүҙе индереү буйынса  Мәскәүҙән һуң икенсе урынды биләй. Алдынғы төбәк булыу ябай түгел, республика Хөкүмәтендә социаль-иҡтисади сәйәсәтте яңынан ҡаранылар һәм иҡтисади үҫеш динамикаһын һаҡлап ҡалып, баланс таптылар.

Яҙҙан Башҡортостан инфраструктураны тергеҙеү өсөн ЛНР һәм ДНР-ға гуманитар ярҙам ебәрә башланы, Красный Луч ауылын шефлыҡҡа алды. Волонтер-табиптарҙың эшен ойошторҙоҡ, урындағы медиктарға ярҙам итеү өсөн даими бригадалар ебәрелә.

Ирекле батальондар төҙөүҙә ярҙам иттек. Тәүҙә геройҙар Шайморатов, һуңынан Доставалов исемдәрен. Үткән аҙнала Салауат Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операцияға юлланды. Мобилизация процесы һөҙөмтәле үтһен өсөн Оборона министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек. Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре реестрын төҙөнөк. Улар өсөн республика Башлығы 30-ҙан ашыу иҡтисади һәм социаль ярҙам сараһы индерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән, яңы продукция етештергән предприятиелар менән эшләйбеҙ. Яңы саҡырыуҙар илдәге хәлгә йоғонто яһаны. Ваҡыт та республиканың уларҙы үтәй алыуын күрһәтә, – тип яҙа ул  социаль селтәрҙәрҙә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: