Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 14:05

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына Радий Хәбировтан бүләк

Балалар өсөн яңы йыл шыршыһы 27 декабрҙә үтәсәк.

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына Радий Хәбировтан бүләк
СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына Радий Хәбировтан бүләк

Башҡортостанда СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары ҙур иғтибар бүленә. БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ғына 10 төр ярҙам сараһы булдырылған. Әле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән балаларға бүләктәр әҙерләгән. Әле улар райондарға ебәрелгән.

Һәр муниципалитетта берҙәм яңы йыл шыршыһы көнө билдәләнгән. Мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, ул 27 декабрҙә үтәсәк. 

- СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына яңы йыл тамашаһы, уйындар, квестар, конкурстар үткәреләсәк, шунда Радий Хәбиров исеменән бүләктәр ҙә тапшырыласаҡ, - тине Айбулат Хажин.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: