Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 15:10

Салауат Юлаев һәйкәле Өфөнөң 450 йыллығына әҙер булмаҫҡа мөмкин

Радий Хәбиров һәйкәлгә ҡағылышлы һорауға яуап ҡайтарҙы.

Салауат Юлаев һәйкәле Өфөнөң 450 йыллығына әҙер булмаҫҡа мөмкин
Салауат Юлаев һәйкәле Өфөнөң 450 йыллығына әҙер булмаҫҡа мөмкин

Кисә Башҡортостан Башлығының ҙур интервьюһы үтеүе хаҡында яҙғайныҡ. Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләгәндә, уны Өфөнөң 450 йыллығына бәйләмәҫкә ҡушты. 

– Салауат Юлаев һәйкәле – беҙҙең ғорурлыҡ, бөйөклөк. Иң тәүҙә бөтәһен дә дөрөҫ эшләү тураһында уйларға кәрәк. Йәйгеһен беҙ махсуслашҡан фирма менән килешеү төҙөгәйнек. Ул проект эштәре үткәрә. Был – ҙур интеллектуаль хеҙмәт. 2023 йылдың мартында беҙ экспертиза менән проектты ҡулға аласаҡбыҙ. Нимәнелер тиҙләтергә, реставрация эштәрен ниндәйҙер датаға тура килтерергә кәрәкмәй. 

Шуның өсөн иң тәүҙә – проект. Артабан реставрация эше менән шөғөлләнәсәк подрядсыны эҙләйбеҙ. Был ябай эш түгел. Шуға күрә экспертизаны грамоталы итеп үткәрергә кәрәк. Һәйкәлдең үҙенән тыш, постамент һорауҙар тыуҙыра. Ҙур эш көтөлә. Беҙҙең баһалауҙар буйынса, бының өсөн йөҙәр миллион һум да етмәйәсәк. Шуға күрә мин Өфө командаһынан һәйкәлде йүнәтеүҙе ҡаланың 450 йыллығына бәйләмәүҙе һораясаҡмын.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в