Республика етәксеһе үҙенең ҙур интервьюһында Өфө биләмәләрен, атап әйткәндә, Ағиҙел һәм Ҡариҙел аръяғын төҙөкләндереү хаҡында һөйләне. Торлаҡ төҙөлөшөн стимуллаштырыуға йүнәлтелгән «Стимул» федераль программаһына ярашлы, был райондарҙа инженер инфраструктураһы үткәрелә, торбалар һалына. Был маҡсатта республика федераль бюджеттан 10 миллиард һум аҡса алған.
– «Стимул» программаһы Өфө ярымутрауынан торлаҡ алырға мөмкинлек бирәсәк – Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғалары аръяғында. Ә был эргә-тирәләге ауылдарға һыу үткәреү мөмкинлеген дә бирә, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, Ағиҙел һәм Ҡариҙел аръяғын биләмәләрен үҫтереү проекты бер нисә йыл элек әҙерләнгән булған. Ошо арҡала программаға тиҙ арала ғариза ебәрелгән һәм бюджетҡа аҡса алынған.