Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 14:11

Башҡортостан предприятиелары импортты алмаштыра

Радий Хәбиров Башҡортостанда импортты алмаштырыу программаһы буйынса сығарылған АЛ-31СТ газ ҡыуыу агрегаттары тураһында һөйләне.

Башҡортостан предприятиелары импортты алмаштыра
Башҡортостан предприятиелары импортты алмаштыра

Радий Хәбиров үҙенең ҙур интервьюһында Башҡортостанда импортты алмаштырыу программаһы буйынса сығарылған АЛ-31СТ газ ҡыуыу агрегаттары тураһында һөйләне. Улар «УМПО» базаһында етештерелә. Был турбиналар «Газпром» станцияларында киң файҙаланыла. Әле инженерҙар яңы быуын АЛ-41СТ агрегаты өҫтөндә эшләй. 

– 25-мегаватт машиналарының өлгөһө яҡынса бер йылдан әҙер буласаҡ. Ғөмүмән, авиация двигателе – ул инженер фекере камиллығы, минеңсә. Әгәр ул алдан хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн файҙаланылһа, хәҙер беҙ ябай тормошта ла ҡулланабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров импортты алмаштырыу тураһында һөйләгәндә Туймазы мебель кластерына туҡталды. Ул корпус, йомшаҡ һәм комплект йыһаздарын етештереүселәрҙе берләштерә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был Рәсәйҙәге Сәнәғәт министрлығында теркәлгән беренсе кластер. 

– Кластер нимә бирә? Берәү дивандың артын етештерә, икенсеһе – тимер деталдәрен. Берәү матрас етештерә, икенсеһе – планкалар. Бөтә етештереүселәр ҙә үҙ-ара бәйләнгән. Иң мөһиме: Рәсәйҙең Сәнәғәт министрлығына кластерҙы үҫтереүгә аҡса бүленә. Әле 7 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Беҙҙә 4 кластер теркәлгән, шул иҫәптән пилотһыҙ осҡостар етештереү, машиналар төҙөү һәм сәнәғәт буйынса. Беҙ дөрөҫ юлда, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: