Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 14:38

Башҡорт яҙма әҙәбиәте буйынса ике томлыҡ антология донъя күрҙе

Өфө университетында уның исем туйы үтте.

Башҡорт яҙма әҙәбиәте буйынса ике томлыҡ антология донъя күрҙе
Башҡорт яҙма әҙәбиәте буйынса ике томлыҡ антология донъя күрҙе

23 декабрҙә Өфө университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды.

Беренсе томға V-XVIII быуаттарға ҡараған төрки-башҡорт яҙма ҡомартҡылары инде. Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмаларындағы текстар, төрки шағирҙары Йософ Баласағунлының “Ҡотаҙғу белек”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “ Һибәт әл-хакаик” әҫәрҙәре,Ҡорҡот ата китабы, Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”, Сәиф Сараи, Ҡотоб һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт телендә бирелә.

Икенсе томға XVI- XVIII быуаттарҙа ижад ителгән тарихи-функциональ текстарҙан, сәйәхәтнамәләрҙән,Батырша хатынан, Тажетдин Ялсығолов әҫәрҙәренән өҙөктәр, Мәүлә Ҡолой, Утыҙ Имәни,Салауат Юлаев шиғырҙары индерелгән. Антология Өфө университетының башҡорт әҙәбиәте,фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы уҡытыусы-ғалимдары профессор М.Х.Иҙелбаев, филология фәндәре кандидаты З.Ғ.Мырҙағолова тарафынан төҙөлгән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә. Сарала Тарих тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университеты уҡытыусылары,Өфө университетының ғалимдары ҡатнашты, тип хәбәр итә университет белгестәре.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: