Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 11:34

Тағы битлек режимына күсербеҙме...

Башҡортостанға әкренләп битлек режимы ҡайта. Киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыусыларҙың күбәйееүенә бәйле, «Роспотребнадзор» идаралығы өҫтәмә санитар-эпидемияға ҡаршы саралар үткәреү тураһында  ҡарар ҡабул итте.   

Тағы битлек режимына күсербеҙме...
Тағы битлек режимына күсербеҙме...

 

Уға ярашлы, башҡарма власть органдарына эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтергә,  киҫкен респираторлы  ауырыу билдәләре булған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә индермәүҙе ойошторорға, бүлмәләрҙе йышыраҡ  елләтеү һәм дезинфнкцияларға ҡушыла.   

Һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында битлек режимы  индерелде, дауаханаларҙағы пациенттарға  инеү ҙә сикләнде.

Дөйөм белем биреү учреждениеларында киҙеү, киҫкен респираторлы инфекция һәм ковид  менән ауырыу сәбәпле  балаларҙың 20 проценты  булмаһа, белем усаҡтарының етәкселәре уҡыу процесын туҡтатып тороу тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итә ала.

 20 декабргә  республикала өс мәктәп  һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылған. 50 мәктәптә 158 класс һәм 13 балалар баҡсаһында 19 төркөм өлөшләтә ябылған.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: