Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 14:59

«Күңелле шыршы байрамын Балалар күпме көттө»

«Эх, республика Башлығы шыршыһын барып, күрһәм ине», — тип ҡайһы бала ғына хыялланмай икән. Йыл һайын ойошторолған тылсымлы Яңы йыл иртәлегендә тик уҡыу алдынғыларына, олимпиада һәм спорт ярыштарында еңеүселәргә, фестиваль лауреаттарына ғына ҡатнашыу бәхете тейә. Шулай уҡ  һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың,  аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары, етемдәр, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә саҡырылғайны.

«Күңелле шыршы байрамын Балалар күпме көттө»
«Күңелле шыршы байрамын Балалар күпме көттө»

Ғәҙәттәгесә, быйыл да улар өсөн ике көнлөк ҡыҙыҡлы һәм  мауыҡтырғыс программа ойошторолдо. Мөғжизәле сараға район һәм ҡалаларҙан барлығы 1 меңгә яҡын бала килде. Төп шыршы байрамы баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

– Республика Башлығы шыршыһында ҡатнашыуға барыбыҙ ҙа бик шатбыҙ. Беҙҙе «Энергетик» балалар һауыҡтырыу үҙәгендә матур итеп ҡаршы алдылар. Кисә балаларға Яңы йыл уйынсыҡтары, битлек, биҙәүес әйберҙәр  эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бындағы саралар балаларға бик оҡшаны. Улар үҙен бик бәхетле, әкиәт илендә йөрөгән һымаҡ тоя. Барыһы өсөн райондың мәғариф бүлегенә, ата-әсәләргә рәхмәт! – ти балаларҙы алып килеүсе етәксе,  Учалы районының Учалы ауылындағы Әхнәф Хөснөтдинов исемендәге мәктәп директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Гүзәл Радик ҡыҙы Кәримова.

Шыршы байрамына Баймаҡ районының Темәс ауылынан Әлфирә Иштәкбаева ике ҡыҙы менән килгән.

— Ирем Илфат  фельдшер булып эшләй. Бер ай махсус хәрби операцияла булды. Шуға республика Башлығы шыршыһына саҡырыу алдыҡ. Өс бала атаһы булараҡ, әле өйгә ҡайтты.

Бөгөн бында ике ҡыҙым — 10 йәшлек Амелия менән 8 йәшлек Эмилияны алып килдем. Улар тәүгә Өфөгә килеп, ҡыуанып, шатланып бөтә алмай. Үҙҙәре уҡыуға ла шәптәр, бейеүгә лә йөрөйҙәр. Етәкселәре Эльвира Ирғәли ҡыҙы Вәлиева менән үҙебеҙҙең милли, хәҙерге заман бейеүҙәрен өйрәнәләр. Әле сәхнәгә сыҡмаһалар ҙа, сығыш яһарға хыялланып йөрөйҙәр, — ти ул.

Шыршы байрамына уҡыуҙа алдынғы, кластан тыш сараларҙа әүҙем, төрлө бәйгелә призлы урындар алған балалар ҙа килгәйне. Белорет районының Үткәл мәктәбенән VIII класс уҡыусыһы Хөрмәт Мөхәмәтдиновтың һәр яҡлап һәләтле булыуына һоҡланырлыҡ! Тырышып уҡыуҙан тыш, «Урал батыр» эпосын да яттан белә, оҫта итеп бейей, ҡумыҙҙа уйнай. Афариндан башҡа ни әйтәһең инде!

– Яңы йыл тик шатлыҡ-ҡыуаныстар, һаулыҡ, бәхет кенә алып килһен ине. Тиҫтерҙәремдең дә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыуҙарын, барлыҡ хыялының тормошҡа ашыуын теләйем, – ти ул, изге теләктәрен еткереп.

Учалы районының Һәйтәк мәктәбенән VIII класс уҡыусыһы Ленара Тимербаева ла – уҡыу алдынғыһы. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән район кимәлендә үткән төрлө олимпиадала йыш ҡатнаша.

– Республиканың төп уҡытыусыһы булараҡ, мин һеҙгә тырышып уҡыуығыҙҙы, иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Туғандар- яҡындарығыҙҙы, ата-әсәләрегеҙҙе һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡытыусыларығыҙҙы тыңлап йөрөгөҙ. Әлеге театр тамашаһы быйылғы йылда иң сағыу хәтирәләрҙең береһе булып ҡалһын ине, – тип сәләмләне республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин.

Унан һуң тамаша залына йыйылған балалар «Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы» тигән әкиәтте ҡарап ҡыуанды. Төп Шыршы байрамында ҡатнашып, республика Башлығы бүләктәрен алыу, яңы дуҫтар табыу  һәр баланың күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырғандыр, тип ышанғы килә. Был тойғо уларҙы яҡшы уҡыуға, бәйгелә яңы еңеүҙәргә дәртләндереп торһон!

 

Юлай Кәримов фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: