Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 13:43

"Кроссворды булған халыҡтың теле мәңге йәшәр"

Бөгөн кроссворд көнө! Ошо айҡанлы танылған сканворд һәм кроссвордтар оҫтаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов ҡотлай! 

"Кроссворды булған халыҡтың теле мәңге йәшәр"
"Кроссворды булған халыҡтың теле мәңге йәшәр"

Был байрам йыл да 21 декабрҙә билдәләнә. 1913 йылда тап ошо көндә журналист Артур Уинн New York World гәзитендә үҙенең кроссвордын баҫтырып сығара. Ул беренсегә хәҙерге кроссвордтар формаһында эшләнә һәм 32 һүҙҙән тора.

Баш мөхәрриребеҙ Артур Хәсән улы һүҙҙәренсә, кроссворды булған халыҡтың теле мәңге йәшәйәсәк.

Байрам менән, баш ватырға яратыусы дуҫтарыбыҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: