Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 14:36

Башҡортостанда 9 федераль һәм 28 төбәк кимәлендәге фейктарҙы асыҡлағандар

Башҡортостанда Телеграм мессенджерында «Фейктар менән көрәш. Башҡортостан» платформаһы эшләй башланы.

Башҡортостанда 9 федераль һәм 28 төбәк кимәлендәге фейктарҙы асыҡлағандар
Башҡортостанда 9 федераль һәм 28 төбәк кимәлендәге фейктарҙы асыҡлағандар

Башҡортостанда Телеграм мессенджерында «Фейктар менән көрәш. Башҡортостан» платформаһы эшләй башланы. Йыл башынан был ресурста 9 федераль һәм 28 төбәк кимәлендәге фейктарҙы асыҡлағандар. «ЦУР Башҡортостан» проекты етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков әйтеүенсә, СВО буйынса ялған мәғлүмәттәр күп теркәлгән. Мәҫәлән, өлөшләтә мобилизациянан һуң Өфө егетенә повестка тапшырылыуы хаҡында мәғлүмәт.

– Ялған мәғлүмәттең маҡсаты – уйлап сығарылған хәбәр тирәләй шаңдау булдырыу, бәхәс тыуҙырыу. Фейктың башҡа маҡсаты юҡ.

Фейкҡа ҡаршы тороу алымдары тураһында беҙ «Рәсәй бөгөн» майҙансығында һөйләнек. 2022 йылда дөйөм ялған мәғлүмәттәр һаны 3,7 меңдән артҡан. Уҙған йылға ҡарағанда, был 60 процентҡа күберәк. Иң популяр фейктар: постановка менән архив фото һәм видеоматериалдар, ялған документтар, ҡайһы бер мәғлүмәтте үҙгәртергә маташыу. Фейктар айырыуса СВО-ға яҡын төбәктәрҙә һәм Ҡырым биләмәһендә тарала. Әйтәйек, юнармияны мобилизациялауҙары, ядро һуғышы башланыуы тураһында хәбәр.

 

Башҡортостанда 9 федераль һәм 28 төбәк кимәлендәге фейктарҙы асыҡлағандар
Башҡортостанда 9 федераль һәм 28 төбәк кимәлендәге фейктарҙы асыҡлағандар
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: