Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 12:01

Бөгөн — Сүбәҙәй Туғандың тыуған көнө

Сүбәҙәй Туған (21 декабрь 1943 йыл) — төрөк иҡтисадсы-ғалимы, профессор. Күренекле сәйәсмән һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың улы. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн  — Сүбәҙәй Туғандың тыуған көнө
Бөгөн — Сүбәҙәй Туғандың тыуған көнө

Сүбәҙәй Туған 1943 йылдың 21 декаабрендә Истанбул ҡалаһында тыуған. Атаһы Әхмәтзәки Вәлиди Туған (Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов) (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10.12.1890—26.07.1970)) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыған шәхес. Әсәһе румын нуғайҙарынан - Нәзмиә Вәлиди.

Юғары белемде Төркиәлә ала — 1967 йылда Яҡын Көнсығыш техник университетында иҡтисад һәм статистика буйынса бакалавр дәрәжәһенә эйә була.

Иҡтисад буйынса докторлыҡ диссертацияһын 1972 йылда Америка Ҡушма Штаттарының Балтимор ҡалаһында урынлашҡан Джон Хопкинс университетында яҡлай.

Төрлө йылдарҙа Техас A&M (АҠШ), Яҡын Көнсығыш техник (Төркиә), Кларксон (АҠШ), Төркиәлә Анкара һәм Билкент университеттарында уҡыта.

1978 йылдан доцент, ә 1987 йылдан профессор ғилми дәрәжәләренә эйә.

1987—1996 йылдарҙа Билкент университетының Иҡтисад, административ һәм социаль фәндәр факультеты деканы була, бөгөнгәсә шул уҡ юғары уҡыу йортоноң профессоры булып эшләй.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: